«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Социаль селтәр юҡҡа сығасаҡ



11.02.2019 Социаль селтәр юҡҡа сығасаҡ

Google компанияһы популярлыҡ яулай алмаған Google+ социаль селтәренең ғәмәлдән сығыуы тураһында хәбәр итә.

2019 йылдың 2 декабрендә Google+ эшмәкәрлеген туҡтатасаҡ.
Профиль туҡтатылған көндө селтәрҙәге барлыҡ контент юҡҡа сығасаҡ, шул иҫәптән фотолар һәм видеолар ҙа. Әгәр ҙә унда аккаунтығыҙ бар икән, һаҡланған файлдарҙы үҙегеҙгә күсереп ҡуйығыҙ.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға