«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Президент мөрәжәғәт итәсәк



11.02.2019 Президент мөрәжәғәт итәсәк

Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһен 20 февралдә уҡыясаҡ. Әммә әлегә урыны билдәле түгел.

Был хаҡта уның матбуғат секретары Дмитрий Песков хәбәр итте. Журналистарҙы аккредитациялау 15 февралдә башлана.

– Әҙерлек бара. Мөрәжәғәтнамә тексы буйынса эш башланды, министрлыҡтар, Кремль хакимиәтендәге белгестәр тейешле күрһәтмәләрҙе үтәй, - тигән Песков әфәнде.


Әйткәндәй, Владимир Путин Мөрәжәғәтнамә менән 2000 йылдан алып 14 тапҡыр сығыш яһаны. Былтыр 1 мартта уҡығайны.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға