«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Таулы райондарҙа 0 градусҡаса йылытасаҡ



11.02.2019 Таулы райондарҙа 0 градусҡаса йылытасаҡ

Ялдар ҡарлы-буранлы үтһә лә, хәҙер атмосфера баҫымы күтәрелде.

Был аҙнала көндәр тыныс торасаҡ тип вәғәҙәләй синоптиктар. Термометр бағанаһы -17 градустан түбән төшмәйәсәк. Бөгөн, 11 февралдә ҡайһы бер райондарҙа бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә.
Иртәгә лә шулай торасаҡ. Йылытасаҡ, төндә -10,-15°, урыны менән -20°, көндөҙ -5,-10°.

12 февралдә яуым-төшөм көтөлмәй. Төндә -12,-17°, урыны менән -22,-27°, көндөҙ -6,-11°. Таулы райондарҙа 0 градусҡаса йылытасаҡ.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға