«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Уйындан уймаҡ сыҡмаһын



08.02.2019 Уйындан уймаҡ сыҡмаһын

Хәҙерге йәштәр бил бөкмәй генә тиҙ байырға теләйҙәр. Шунлыҡтан ниндәй генә мутлыҡҡа бармай улар.

Ике егет ялған бер мең һумлыҡтар менән иҫәпләшеп кенә генә үҙҙәренә 4 мең «килем» эшләй. Әммә еңел табыш артынан ҡыуыусыларҙың ҡырын эштәренә тиҙ сик ҡуйыла. Икмәк һатыу киоскыһындағы бик иғтибарлы һатыусы ялған аҡса менән иҫәпләшеүселәрҙе тота. Мут егеттәр хаҡында тиҙ генә полицияға хәбәр итә. Хәҙер «аҡса типографияһы хужаларына» ике йыл тимер рәшәткәләр артында ултырып сығырға тура киләсәк.

Әйткәндәй, Үҙәк банктың баш Урал идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, былтыр беҙҙә ялған банкноталар асыҡланыу осраҡтары 28 процентҡа кәмегән. 179 дана 5000 һумлыҡ купюра, 2000 , 100 һумлыҡтарҙан өс купюра табылған. 1000 мең һумлыҡ 34 ялған аҡса асыҡланған. Граждандар хатта 100 долларлыҡ ялған купюра менән дә иҫәпләшергә уйлаған.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға