«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Башҡортостан таланттары" балалар һәм үҫмерҙәр ижады конкурсына ғаризалар ҡабул ителә



08.02.2019 "Башҡортостан таланттары" балалар һәм үҫмерҙәр ижады конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

2 мартта, Өфө ҡалаһында Республика халыҡ ижады үҙәге ярҙамы менән V "Башҡортостан таланттары" конкурсы үтә. Сара талантлы балаларҙың ижадын популярлаштырыу, конкурсанттарҙың квалификация кимәлен күтәреү һәм тәжрибә алмашыу маҡсатында үткәрелә.

Конкурста ҡатнашыр өсөн 3 йәштән 17 йәшкә тиклемге балалар һәм үҫмерҙәр түбәндәге номинацияларға ғариза бирә ала: вокал, хореография, оригиналь жанр, нәфис һүҙ, инструменталь жанр һәм мода театры. Ғаризалар 15 февралгә тиклем ҡабул ителә.
Конкурс 08.00 сәғәттә «Химиктар» мәҙәниәт һарайында (Өфө ҡалаһы, Беренсе Май урамы 47) үтәсәк.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға