«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Милли музейҙа фотоһүрәттәр конкурсы күргәҙмәһе эшләй



08.02.2019 Милли музейҙа фотоһүрәттәр конкурсы күргәҙмәһе эшләй

[thumb=left]Милли музейҙа фотоһүрәттәр конкурсы буйынса ойошторолған күргәҙмә эшләй башланы. Конкурс республиканың 100 йыллығына арналып, унда барлығы 3 меңгә яҡын фотоһүрәт килгән. Милли музейҙа асылған күргәҙмәлә ижади эштәрҙең иң яҡшылары ғына тәҡдим ителгән. Фотоһүрәттәр Башҡортостан тәбиғәте, төбәктә йәшәгән күп милләтле халыҡ, республика тарихы һәм башҡа темаларға арнала.

Һүрәттәр араһында профессиональ фотоаппаратҡа һәм кеҫә телефонына төшөрөлгәндәре лә бар. Ойоштороусылар конкурсты тәүҙә Өфө кимәлендә генә башлап ебәрһә лә ул республика даирәһенә сыҡҡан. 50 фотоһүрәтте Милли музейҙа күрергә мөмкин булһа, ҡалғандары Ҡала туризм үҙәге сайтында видеоролик рәүешендә урынлаштырыласаҡ.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға