«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Милли көрәш физик тәрбиә дәрестәренә индереләсәк



07.02.2019 Милли көрәш физик тәрбиә дәрестәренә индереләсәк

Милли көрәш мәктәптәрҙә иғтибар үҙәгендә буласаҡ. Физик тәрбиә дәрестәренә ул мотлаҡ индереләсәк.

“Торатау” Конгресс-холында “Спорт көрәше – Башҡортостан Республикаһы мәктәптәренә” ғилми-ғәмәли конференцияһында ҡатнашыусылар республикала спорт көрәшен үҫтереү мәсьәләләре, мәктәптәрҙә физик тәрбиә дәрестәрен камиллаштырыу тураһында фекер алышты. Балалар - үҫмерҙәр спорт мәктәптәре етәкселәре, район- ҡалаларҙың спорт комитеттары етәкселәре , тренерҙар ҡатнашлығында үткән форумға Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, Рәсәйҙең Спорт көрәше федерацияһы президенты, Олимпия чемпионы, СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры Михаил Мамиашвили килде.

« Көрәш темаһы беҙҙең республика өсөн дә, минең өсөн дә бик мөһим. Беҙҙең төбәк һәр саҡ үҙенең көрәшселәре, быуаттарҙан- быуаттарға тапшырылып килгән милли көрәш традициялары менән дан тота. Шуға ла был пректты тормошҡа ашырыу маҡсатында Башҡортостан «Спорт көрәше – мәктәптәргә» федераль проектына тәүгеләрҙән булып ҡушылды», – тине үҙенең тәбрикләү һүҙендә республика етәксеһе.

Республикала 4, 5 мең кеше көрәш менән шөғөлләнә. Уларҙың 3 меңе – балалар - үҫмерҙәр спорт мәктәптәрендә.

– Был пилот проектының маҡсаты – балаларҙы көслө булып үҫергә өйрәткән спортҡа ылыҡтырыу, – тип билдәләне үҙенең сығышында Михаил Мамиашвили .


Сарала мәғариф учреждениеларын сертификатланған инвентарь, ҡорамалдар, уҡытыусыларҙы, тренерҙарҙы уҡыу- методика яғынан тәьмин итеү, квалификацияһын күтәреү, төрлө ярыш, мастер- кластар үткәреү тураһында ла әйтелде. Рәсәйҙең Спорт көрәше федерацияһы был йәһәттән һәр төрлө ярҙам күрһәтәсәк.



Форум барышында Башҡортостан менән Рәсәйҙең Спорт көрәше федерацияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө.
Тиҙҙән Өфөлә федераль масштабта күп функциялы милли көрәш үҙәге төҙөләсәк.

«Беҙҙең республикала 2 меңдән ашыу мәктәп иҫәпләнә. Белем усаҡтарына ниндәйҙер һөҙөмтәләргә өлгәшеү маҡсатын ҡуймайбыҙ, ата- әсәләр, педагогик коллектив балаларҙы милли көрәшкә йәлеп итеүгә ҡыҙыҡһыныу белдерергә тейеш. Анализ күрһәтеүенсә, был спорт төрөнә беҙҙә иғтибар ҙур», – ти төбәк етәксеһе Радий Хәбиров.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Юлай Кәримов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға