«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сит ил паспорты алырға теләһәң



07.02.2019 Сит ил паспорты алырға теләһәң

Башҡортостанда 5 йылға иҫәпләнгән сит ил паспорттарын биреү өлөшләтә туҡтатыла.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының Миграция мәсьәләләре буйынса идаралығында хәҙер документ бирмәйәсәктәр. 1 февралдән 5 йылға иҫәпләнгән иҫке өлгөләге сит ил паспортын биреү буйынса дәүләт хеҙмәте миграция мәсьәләләре буйынса башҡа бүлектәрҙә күрһәтелә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 5 йыллыҡ сит ил паспортын алыу өсөн дәүләт пошлинаһы 14 йәшкәсә балаларға — 1000 һум, 14 йәштән өлкән граждандарға — 2000 һум.
Берҙәм дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталында ғариза яҙған осраҡта дәүләт пошлинаһын түләүгә 30 процент ташлама ҡаралған.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға