«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Юлдаш» радиоһында – хиттар парады



11.02.2019 «Юлдаш» радиоһында – хиттар парады

Хит-парад нисек әҙерләнә? Йырҙар ҡайҙан алына? Кон­цертҡа ниндәйҙәре үтә? Ошоға оҡшаш һорауҙарҙы йыш ишетергә тура килә. Шуға «Йәшлек»те уҡыусы «Юл­даш»ты тыңлаусыларға 2019 йыл хит-парады башланыу менән йәнә лә бер ни тиклем мәғлүмәт бирергә булдыҡ.

Ай һайын беҙгә 20 – 30 яңы йыр килә. Улар профессиональ композитор, шағир, йыр­сыларҙан торған художество советы ҡарамағына сығарыла. Иләк аша үткән йырҙарҙан иң моңло матур ете йыр ай хит-парадына, халыҡ ҡарамағына сығарыла. Тыңлаусыларыбыҙ күңелдәренә ятҡандарын һайлап тауыш бирә. Йәмил Ишмөхәмәтов һәм Филүс Ҡасимов һәр йома кис махсус тапшырыуҙа ул йырҙарҙы эфирҙа яңғырата.

Проект йыл аҙағында гала-концерт менән тамамлана. Бер миҙгелгә 70-тән ашыу яңы йыр тәҡдим ителә. Тыңлаусылар уларға Юлдашфм.ру сайтында тауыш бирә. Иң күп тауыш йыйған 30 йыр гала-концертҡа үтә. «ЮлдашХит» ижад менән әүҙем шөғөлләнгән профессиональ йырсыларҙы, һәләтле үҙеш­мәкәр башҡарыусыларҙы, шулай уҡ уларҙың яңы йырҙарын популярлаштырыу маҡсатында ойошторола.

Конкурстың башҡа маҡ­саттары һәм бурыстары:
– башҡорт эстрадаһы үҫешенә йоғонто яһау;
– йыр авторҙарының һәм композиторҙарҙың эшмәкәр­леген пропагандалау, талантлы йыр авторҙарын билдәләү;
– башҡарыусыларҙың һәм йыр авторҙарының ижади үҫешенә булышлыҡ итеү.
Һәр йомала киске сәғәт 9-ҙа тыңламай ҡалмағыҙ. Тауыш биреп, үҙегеҙ яратҡан йырҙарҙы гала-концертҡа сығарып, уларҙы сәхнәнән тыңлағыҙ!






Автор: Й. ИШМӨХӘМӘТОВ
Фото: "Юлдаш" радиоһынан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға