«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡортостанда тыуғандар концерт ҡуясаҡ



06.02.2019 Башҡортостанда тыуғандар концерт ҡуясаҡ

6 март, Мәскәү ҡалаһының Музыка йортонда "Башҡортостанда тыуғандар" концерты үтә. Ул республиканың 100 йыллығына ҡатата ойошторола.

Концертта талантлы һәм исемдәре донъяға билдәле яҡташтарыбыҙ ҡатнаша.

Программаның төп биҙәге - СССР-ҙың халыҡ артисы Владимир Спиваков етәкселегендәге Рәсәйҙең Милли филармония оркестры. Уның оҙатыуында музыканттар Артур Нәзифуллин (кларнет), Рөстәм Хәмиҙуллин (виолончель), Тимофей Владимиров (пианино), йырсылар Илдар һәм Асҡар Абдразаҡовтар, Диләрә Иҙрисовалар сығыш яһаясаҡ. Башҡорт халҡының милли сәнғәте менән баш ҡала халҡын виртуоз ҡурайсы Роберт Юлдашев таң ҡалдырасаҡ.

Концетҡа килгән тамашасылар шулай уҡ йәш таланттар- Владимир Спиваков исемендәге мәрхәмәтлек фонды стипендиаттары сығыштарын ҡарай ала.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға