«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тиҙ байырға теләгән



06.02.2019 Тиҙ байырға теләгән

Баш ҡалабыҙҙа насвай табыуы ауыр түгел. Үзбәкстан кешеләре һатҡан баҙарға барһаң, һатыусыһы мотлаҡ табыласаҡ. Тик был ағыулы матдәне таратыусылар хаҡында хәбәр итеүселәр генә юҡ. Билдәле булыуынса, хәҙер насвай наркотик матдәләр иҫәбенә индерелде.

Өфөлә 23 йәшлек насвай һатыусыны тотҡандар. Ҡулға алыныусы – сит ил гражданы. Ул Өфөнөң Һупайлы биҫтәһендә кафела эшләгәндә был илерткес матдәне һатыу менән шөғөлләнгән. Полиция тикшереү барышында 100 ҡап насвай тапҡан. Рәсәй закондарын һанға һуҡмағаны өсөн ул беҙҙең илдән мәжбүри ҡыуып сығарыласаҡ.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға