«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Аҡсаһын алған да - тайған



05.02.2019 Аҡсаһын алған да - тайған

Яҡындары эргәһендә булмаған әбей- бабайҙарҙы нимә тип кенә алдамайҙар ҙа, нисек кенә таламайҙар.

78 йәшлек ҡарсыҡ янына, үҙен алыҫ туғаны тип таныштырып, бер ҡатын килә. Яғымлы ғына һөйләшкән, ололарға ихтирамлы күренгән был ханым әбейҙең күңеленә оҡшай. Һүҙ араһында ул йорт хужабикәһенә тиҙҙән аҡса реформаһы көтөлөүе, аҡсаны алмаштырырға кәрәклекте лә әйтеп һала. Инде бала аҡылы инә башлаған ҡарсыҡ яңы танышынан аҡсаһын алмаштырып биреүен һорай. Банкта ятҡан 700 һумын алып, алдаҡсыға тоттороп ебәрә. Әлегә полиция мутлашыусы ҡатындың эҙенә төшмәгән.

Эй, ҡартлыҡ…





Автор: Т. Аманов
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға