«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Мираҫ"тар тамашаға саҡыра!



05.02.2019 "Мираҫ"тар тамашаға саҡыра!

"Мираҫ" йыр һәм бейеү фольклор ансамбле тамашасыларын 8 февралдә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында үтәсәк концертына саҡыра. Ул Башҡортостандың 100 йыллығына арнала.


Ансамблдең репертуарында вокаль-хореография композициялары, бейеү, хор һәм яңғыҙ сығыштарҙан торған 150-гә яҡын номер иҫәпләнә. Улар башлыса республикала йәшәүсе халыҡтарҙың йыр-бейеүҙәренән тора. Иң-иң һәм данлыҡлы номерҙар 8 февраль көнө сәхнәгә сығасаҡ та инде. Концертта "Мираҫ"тар менән бер рәттән Стәрлетамаҡ ҡалаһының мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы студенттары ла сығыш яһай.

Тамаша барышында артистар 30-ҙан ашыу сәхнә костюмы алыштыра, күмәк сәхнәләрҙә 60-тан ашыу ижадсы сығыш яһаясаҡ. Шулай уҡ был көндө "Башҡорт балы" бейеүенең премьераһы буласаҡ. Ул 2021 йылда Башҡортостанда үтәсәк "Апимондия" халыҡ-ара конгресы өсөн махсус һалынған бейеү булып тора.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға