«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ришүәт һораусылар булһа



05.02.2019 Ришүәт һораусылар булһа

Башҡортостан халҡы коррупцияға бәйле енәйәттәр тураһында хәбәр итә ала.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы бөгөн “ҡыҙыу бәйләнеш” ойоштора. 279-49-00 телефонына шылтыратып, ришүәтһеҙ хәл итеп булмай торған проблемаларығыҙҙы һөйләй алаһығыҙ. Һеҙҙең менән коррупция һәм башҡа енәйәттәрҙе профилактикалау бүлеге, иҡтисад хәүефһеҙлеге һәм коррупцияға ҡаршы тороу идаралығы белгестәре һөйләшәсәк.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға