«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Юл билдәләрен бәләкәйләтәләр



04.02.2019 Юл билдәләрен бәләкәйләтәләр

Рәсәйҙә бәләкәйләтелгән юл билдәләләре ҡуйырға ниәтләйҙәр.

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы илдең биш төбәгендә үткәрелгән эксперимент һөҙөмтәләрен уңышлы, тип тапҡан. Юл билдәләренең үлсәме 40х40 сантиметрға тиклем бәләкәйләтелгән. Айырым осраҡтарҙа уны тағы ла кәметеү (35х35) күҙ уңында тотола. Юл билдәләренең яңы өлгөләре милли һәм дәүләт-ара ГОСТ проектына индерелгән.

Яңы билдәләрҙе, юлда урын етмәгән осраҡта, хатта йорттарға ла урынлаштырырға мөмкин.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға