«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡайғы уртаҡлашабыҙ...



04.02.2019 Ҡайғы уртаҡлашабыҙ...

Хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһе күңелһеҙ ваҡиғаны хәбәр итеүҙән башланды. Һүҙ – Сибайҙағы фажиғә тураһында. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров шахтала һәләк булған машинист Ғаяз Ирғәлиндың ғаиләһен бөтә тейешле ярҙамды күрһәтергә ҡушты.

– Эшсенең ғаиләһенә барлыҡ ярҙам күрһәтелергә тейеш. Быны контролгә алығыҙ. Һәм, әлбиттә, ҡайғы уртаҡлашабыҙ, – тине Радий Фәрит улы.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға