«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Башдрам" Мәскәүҙә гастролдә



04.02.2019 "Башдрам" Мәскәүҙә гастролдә

Бөгөн, Мәскәүҙең А.С.Пушкин исемендәге театр сәхнәһендә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының гастролдәре башлана.

Академдар илдең баш ҡалаһында өс спектакль һәм бер театрлаштырылған тамаша ҡуя һәм уларҙа 90 кеше ҡатнаша.

Гастролдәр "Зөләйха күҙҙәрен аса" спектакле менән башланып китә. Уны шулай уҡ "Алтын битлек" Рәсәй милли театр Фестивале-премияһының 16 жюри ағзаһы ҡарай. Спектакль фестивалдең алты номинацияһына дәғүә итә.

Артабан тамашасылар "Хыялға ҡаршы" драмаһы, "Шәүрәкәй" музыкаль комедияһы һәм "Ижади дуэль" концерты менән таныша ала.
Гастролдәр театрҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы ойошторолдо.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: БГАДТ им. М.Гафури


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға