«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рамаҙандың әсәһе лә Беренсе мәктәп форумында ҡатнаша



01.02.2019 Рамаҙандың әсәһе лә Беренсе мәктәп форумында ҡатнаша

БР Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров менән фотоға төшөп танылыу яулаған Рамаҙандың әсәһе – Әлиә Зәкирйәнова бөгөн Беренсе мәктәп форумында. Уның менән бер аҙ әңгәмәләшеп алдыҡ.

– Әлегә хеҙмәт стажым ни бары ике йыл. Минеңсә, йәш педагог ҡыҙыҡһыныусан булырға, яңы идеялар менән янырға, оло, тәжрибәле хеҙмәттәштәренән өйрәнергә тейеш.
Был саранан күпте белеп ҡайтырмын, һорауҙарыма яуап табырмын, тип уйлайым. Сөнки эш башлаған осорҙа йәш уҡытыусыға һис тә еңел түгел. Радий Хәбиров ҡуйған талаптар менән тулыһынса килешәм. Әйткәндәй, беҙҙең Йәнекәй ауылы халҡы Радий Фәрит улы ярҙамы менән мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы төҙөлөр, тип ышана. Сөнки Рамаҙанға ҡунаҡҡа килгәндә ул балаларға вәғәҙә итте. Тырыш, өмөтлө етәксенең беҙҙең ғаилә менән таныш булыуы миңә айырыуса яуаплылыҡ өҫтәй. Улым Рамаҙан республика етәксеһен бик оҡшатты, яҡын күрҙе. Быға тиклем асылып барғаны булмаһа ла: ”Радий апа (Әбйәлилсә был, бабайҙы аңлата. – “Й”.) тағы ҡунаҡҡа килмәҫме икән”, тип тиҙ генә уйынсыҡтарын йыйыштырып ҡуя хәҙер (көлә).





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: Юлай КӘРИМОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға