«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡорт теле уҡытыусыһы БР Башлығы премияһын алды



01.02.2019 Башҡорт теле уҡытыусыһы БР Башлығы премияһын алды


Өфөнөң 111-се гимназияһы уҡытыусыһы Наилә Насирова БР Башлығы премияһына лайыҡ булды.

– Тәүгеләрҙән булып был премияға лайыҡ булыу икеләтә ҡыуаныс, шулай уҡ ҙур яуаплылыҡ та өҫтәй. Минең уҡыусым Влада Яҡупова Ҡазанда Бөтә Рәсәй туған телдәр олимпиадаһында еңеү яулағайны. Быға тиклем уҡыусым Мәскәүҙә үткән ошондай уҡ сарала призлы урын алды, – тине уҡытыусы.
– Минеңсә, башҡорт телен өйрәнеү инглизсәгә ҡарағанда ла ауыр. Уҡытыусыларҙың изге күңелле, яҡшы кеше булыуы башҡортса өйрәнеүгә этәргәндер. Башҡорт теле дәрестәрендә аралашырға ғына түгел, мәҡәл, әйтемдәр, әкиәттәр кеүек ауыҙ-тел ижады менән таныштым. Наилә Яхъя ҡыҙының үҙенсәлекле дәрестәре ярҙамында Рәсәй кимәлендәге олимпиадала еңеп сыҡтым, – ти Влада Яҡупова.

БР Башлығы премияһына 135 төрлө олимпиада еңеүсеһе һәм уларҙың уҡытыусылары – 91 педагог лайыҡ булды. 60 мең һум күләмендә премия 26 уҡыусыға (14-е бөгөнгө студент) һәм 18 уҡытыусыға булһа, ҡалғандар 30 мең һум алып ҡыуанды.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға