«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Февраль айына юбилейҙар



01.02.2019 Февраль айына юбилейҙар

1 – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, медицина фәндәре докторы Марат АҘНАБАЕВҠА – 80 йәш (1939).
– шағир, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Муса СИРАЖИҒА – 80 йәш (1939).
– шағир, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премия лауреаты Зөфәр ВӘЛИТКӘ – 70 йәш (1949).
4 – башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәкселәренең береһе, күренекле дәүләт эшмәкәре Муллаян ХАЛИҠОВТЫҢ тыуыуына – 125 йыл (1894 – 1937).
5 – Советтар Союзы Геройы Шакирйән МӨХӘМӘТЙӘНОВТЫҢ (Александр Матросов) тыуыуына – 95 йыл (1924 – 1943).
6 – РФ-ның һәм БР-ҙың атҡаҙанған табибы, РФ Дәүләт санитария-эпидемиология хеҙмәтенең почетлы хеҙмәткәре, медицина фәндәре докторы, профессор Лена КАРАМОВАҒА – 80 йәш (1939).
– Башҡортостандың халыҡ артисы, диктор Әхәт МОРТАЗИНДЫҢ тыуыуына – 60 йыл (1959 – 2018).
7 – Башҡортостан Республикаһының тәүге Президенты Мортаза РӘХИМОВҠА – 85 йәш (1934).
9 – Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит НИҒМӘТИҘЕҢ тыуыуына – 110 йыл (1909 – 1959).
14 – башҡорт халҡының ҡаһарман улы, Советтар Союзы Геройы Таһир КҮСИМОВТЫҢ тыуыуына – 110 йыл (1909 –1986).
15 – яҙыусы-сатирик Камил ФАЗЛЫЙҒА (Камил Фазлетдинов) – 70 йәш (1949).
17 – арҙаҡлы мәғрифәтсе, педагог һәм ғалим Мирсәлих БИКСУРИНДЫҢ тыуыуына – 200 йыл (1819 –1903).
18 – Башҡортостандың халыҡ артисы Фәнүнә СИРАЖЕТДИНОВАҒА – 70 йәш (1949).





Автор: Йәшлек
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға