«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Ҡыҙыл китап” балығын депутаттар ярата!



30.01.2019 “Ҡыҙыл китап” балығын депутаттар ярата!

Былтыр Дыуан районының Заимка ауылы биләмәһе депутаты балыҡ аулап тотолғайны.

Ир йылғаға 55 метр оҙонлоғондағы алты ау ҡуйып, бер түгел ике сикләүҙе боҙған. Беренсенән, балыҡсының тыйылған ҡоралын ҡулланыу булһа, икенсенән, балыҡты ыуылдырыҡ сәскән ваҡытта аулау.

Полиция хеҙмәткәрҙәре депутатты тотҡанда уның тоғонда 13 бәрҙе балығы булған. Белеүегеҙсә, был балыҡ “Ҡыҙыл китап”ҡа индерелгән. Ни өсөн тигәндә, бәрҙеле йылғалар кәмегәндән-кәмей, ҡайһы бер ҡушылдыҡтар бөтөнләй ҡороно. Зыян алты мең һум тәшкил иткән. Бөгөн "оҫта" балыҡсы уны ҡаплап ҡуйһа ла, суд ҡарары буйынса, ул алты айға холоҡ төҙәтеү эштәренә оҙатыласаҡ. Элекке депутаттың эш хаҡының 5 проценты хөкүмәт файҙаһына күсерелеп барасаҡ.

Ҡана һуң, законды һанламаған барлыҡ депуттарҙы ла мәжбүри хеҙмәткә оҙатҡанда! Ул саҡта беҙҙең хөкүмәт иң байы булыр ине, нисек уйлайһығыҙ?





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға