«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәшһеңме? "Тере һүҙ" һинең өсөн!



30.01.2019 Йәшһеңме? "Тере һүҙ" һинең өсөн!

Йәшһеңме? "Тере һүҙ" һинең өсөн!Республика халыҡ ижады үҙәге Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә йәштәр өсөн "Тере һүҙ" шиғри һүҙ оҫталығы конкурсы үткәрә. Фестиваль һәләтле йәштәрҙе табыу, уларҙы үҫтереү, нәфис һүҙ ярҙамында йәш быуынға эстетик тәрбиә биреү, башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләү һәм туған телде һаҡлау маҡсатында ойошторола.

Эштәр "Шиғри әҫәрҙе художестволы уҡыу", "Үҙ әҫәреңде художестволы уҡыу", "Үҙ әҫәреңде музыкаль уҡыу" номинациялары буйынса ике турҙа ҡарала. 1-се тур - 21-23 февралдә видео яҙмалар аша һайлап алыу. 1 март Республика халыҡ ижады үҙәгенең мәҙәниәт йортонда 2-се тур уҙа.
Бәйгелә 16 йәштән алып 40 йәшкә тиклемге һүҙ оҫталары ҡатнаша ала. Ғаризаларҙы анкета менән бергә 20 февралгә тиклем, Республика халыҡ ижады үҙәгенең fest.rcnt@mail.ru адресына ебәргә.

Тулыраҡ мәғлүмәт өсөн телефон һандары: 8 (347) 272-86-61





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға