«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына монеталар сыҡты



29.01.2019 Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына монеталар сыҡты

Рәсәй Үҙәк банкы Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына арнап, 3 һәм 50 һумлыҡ иҫтәлекле тәңкәләр сығарҙы.

Номиналы 3 һум булған көмөш тәңкәлә милли батырыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәле һәм республиканың тарихи-мәҙәни үҙенсәлеге төшөрөлгән. Аҡсала Дуҫлыҡ монументын һәм нефть вышкаһын да күрергә мөмкин. Монетаның тиражы өс мең дана тәшкил итә.

50 һумлыҡ алтын аҡсала Өфөләге Конгресс-холл һәм Башҡортостандың дәүләт гербы һүрәтләнгән. Арттараҡ – башҡорт орнаменты. Был аҡса 1000 дана менән һуғылған.

Бындай аҡсалар махсус капсула эсенә һалына һәм инвестиция монеталары тип атала. Үҙәк банк уларҙы коммерция банктарының махсус бүлектәре аша 1 февралдән һата башлаясаҡ.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"
Видео: http://www.bashinform.ru


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға