«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡортостан халҡы 12 мең кешегә кәмегән



28.01.2019 Башҡортостан халҡы 12 мең кешегә кәмегән

Дәүләт статистика хеҙмәте илдең төбәктәрендәге халыҡ һаны тураһында мәғлүмәттәрҙе баҫып сығарған. Башҡортостанда 1 ғинуарға ҡарата 4 051 333 кеше йәшәгән. Шуларҙан 2520 808 кеше ҡалала, 1 530 525 кеше ауылда йәшәй. Бер йыл эсендә республика халҡы күсеп китеүселәр, сит төбәктәргә уҡырға киткән студенттар, вафат булыусылар менән бергә 12 меңгә кәмегән.

Был һандар уйланырға мәжбүр итә, йәмәғәт.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға