«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Радий Хәбиров Салауат ҡалаһы мэрын тәнҡитләне



28.01.2019 Радий Хәбиров Салауат ҡалаһы мэрын тәнҡитләне

Сәбәбе - урындағы бюджетта килемдәрҙең үҫмәүе.


БР Хөкүмәтендәге бөгөнгө кәңәшмәлә финанс министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Лира Иғдисамова республиканың урындағы бюджеттарына һалым һәм һалым булмаған килемдәре тураһында һөйләне. Салауат һәм Межгорье был юҫыҡта иң насарҙары булды.
Былтыр бындай алым менән урындағы бюджеттарға 37,333 млрд һум аҡса килгән. Был иһә Рәсәй буйынса уртаса кимәлдән күберәк.
Килемдәр артыуы буйынса республикала Ағиҙел ҡалаһы алдынғы - 39,1%. Артабан Бүздәк (35%) һәм Благовар райондары (34,8%) килә. Ә бына Межгорьела (-27,4%) һәм Салауатта (-7,2%) хәлдәр хөрт. Салауат буйынса хәлде министр ер биләмәләренең кадастр хаҡы буйынса бәхәстәр менән аңлатты.

Кәңәшмәлә Радий Фәрит улы Салауат ҡалаһы башлығы Фәрит Ғилмановтан аңлатма һораны. Ул, үҙ сиратта, килемдәр буйынса хәлдең насар булыуына ошолай тип аңлатты: һалым вычеты менән ҡулланған граждандарҙың күплеге, 11,4 млн һум күләмендәге НДФЛ-дың килмәүе, үрҙә әйтелгән ер кадастры буйынса бәхәстәр һәм "Газпром нефтехим Салауат"тың атрыҡ түләгән 242 млн һумын кире ҡайтарыуы.

Радий Хәбиров үҙ сиратында, Салауатҡа хас булмаған бындай хәл башҡаса ҡабатланмаһын тип белдерҙе. Аҙаҡтан төбәк башлығы килемдәре юғары булған муниципалететтар етәкселәренә рәхмәт белдерҙе.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: proufu.ru
Источник: proufu.ru


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға