«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Старики-разбойники" кеүек картина урлағандар



28.01.2019 "Старики-разбойники" кеүек картина урлағандар

Кисә Мәскәүҙә режиссер Эльдар Рязановтың билдәле фильмы ысынбарлыҡта булды. Юҡ, картинаны яңыса төшөрмәйҙәр, бары тик уның сюжеты ҡабатланды.

Көпә-көндөҙ Третьяковка галереяһынан рәссам Архип Куинджиның «Ай-Петри. Крым» картинаһын алып сығып киткәндәр. Бурҙар нисектер өс кимәлдәге һаҡ хеҙмәте аша үтә алған.

Картинаның хаҡы - 1-2 миллион доллар.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға