«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ишембай "Витяз"дары һуғыша ла белә



27.01.2019 Ишембай "Витяз"дары һуғыша ла белә

Ишембайҙағы "МК "Витязь" акционер йәмғиәте үҙенең ҡарышлауыҡлы техникаһы менән күптән билдәле. Улар ике быуынлы - тягачҡа үҙе лә хәрәкәт иткән актив прицеп тоташа. Һөҙөмтәлә юлһыҙ, һаҙ, ҡарлы, бысраҡ урындарҙан геологтар, мәғдән сығарыусылар өсөн бик тә кәрәкле техника барлыҡҡа килә.


Әлеге ваҡытта ишембайҙар хәрбиҙәр менән эшләй. ДТ-30 ике быуынлы ҡарышлауыҡлы транспортерға ҡуйылған "Панцирь-СА" ЗПРК-һының беренсе комплекты һынауҙарға ебәрелде. «Тор-М2ДТ» зенит ракета-пушка комплексы үтә яңы тип һанала һәм ул Арктикала һуғышыу өсөн тәғәйенләнгән. Бының турала РФ Оборона министры урынбаҫары Алексей Криворучко белдерҙе.

Тиҙҙән Ишембай техникаһы нигеҙендәге ЗПРК-лар хәрби эшелон менән ППД-ға - Мурманск ҡалаһына даими дислокация урынына оҙатыласаҡ.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға