«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ленинград блокадаһы ветерандары ярҙам аласаҡ.



26.01.2019 Ленинград блокадаһы ветерандары ярҙам аласаҡ.

Ленинград блокадаһы ветерандары ярҙам аласаҡ.Башҡортостандың 118 кешеһе – « Ленинградты һаҡлаған өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән ете Бөйөк Ватан һуғышы ветераны,111 блокадала булыусы Ленинград блокадаһынан сығыуға 75 йыл тулыуға ҡарата Санкт – Петербург бюджетынан 8-7-шәр мең һум аҡса аласаҡ.

Халыҡты социаль яҡлау буйынса ресспублика үҙәге етәкселәре был кешеләрҙең документтарын йыйған да инде. Түләүҙәр йыл буйына башҡарыласаҡ. Аҡсанан тыш уларға «Ленинградты фашистик блокаданан азат итеүгә 75 йыл» уңайынан тигән иҫтәлекле билдә лә тапшырыласаҡ.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға