«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Һыуыҡ! Уҡырға бармайым!”



24.01.2019 “Һыуыҡ! Уҡырға бармайым!”

Синоптиктары фаразы буйынса, алдағы көндәрҙә республикала һауа температураһы - 20, төндә - 25 градусҡа тиклем төшәсәк. Ныҡ һыуыҡта балағыҙҙы мәктәпкә ебәрәһегеҙме? Айырыуса башланғыс класс уҡыусыларын мәктәпкә оҙатҡанда һауа температураһына иғтибар итәһегеҙме?


Белгестәр әйтеүенсә, мәктәпкә йөрөү өсөн нормативтар үҙгәрмәгән. 23 градус һалҡында — ауылда, 25 градуста ҡалала 1, 2, 3 һәм 4 класс уҡыусылары дәрес ҡалдыра ала.

Һауа температураһы 25 градустан түбәнәйһә — ауылда, 27 градус һыуыҡта ҡалала 5-9 класс уҡыусылары өсөн дәрестәр булмай. Ауыл мәктәптәренең өлкән класс уҡыусыларына — 30, ҡаланыҡыларға иһә 32 градус һыуыҡта мәктәпкә бармаҫҡа мөмкин.

БР Мәғариф министрлығы хәбәр итеүенсә, ғөмүмән, баланың уҡырға барыу-бармауын, һауа шарттарына ҡарап, ата-әсә үҙе хәл итә.

Ә бына нормативтар уҡытыусыларға һис тә ҡағылмай, улар, ныҡ түбән градус һыуыҡҡа ҡарамаҫтан, эш урынында булырға тейеш. Хатта бер генә уҡыусы килһә лә, улар уның өсөн дәрес үткәрергә бурыслы.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға