«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Фитнесҡа йөрө лә, "налоговый вычет" ал



23.01.2019 Фитнесҡа йөрө лә, "налоговый вычет" ал

Рәсәйҙә тағы бер һалым төрө барлыҡҡа килеүе ихтимал. Юҡ, беҙҙән һыҙырып алмайҙар, киреһенсә, һалымды ҡайтарып алырға форсат бирмәкселәр.


РФ Финанс министрлығы Һалым кодексына төҙәтмәләр әҙерләй. Президент ҡушҡан. Нимә ҡушҡан, тиһегеҙме? Халыҡтың һаулығын нығытырға, физик әүҙемлекте күтәрергә. Бөгөн беҙҙә бушлай ғына спорт менән дә шөғөлләнеп булмай бит, тип зарланыусыларға яҡшы хәбәр: тотонған аҡсағыҙҙы ҡайтарып (налоговый вычет) ала аласаҡһығыҙ. Әгәр ҙә баяғы кодексҡа үҙгәрештәр индерелһә.

Бер миҫал: әгәр ҙә мәгәр фитнесҡа йөрөү (абонемент йәғни) йылына, әйтәйек, 25 мең һум тора икән, тейешле ваҡыт үткәс, шуның 13 процентын, 3 250 һумын кире алаһың. Әлбиттә, килемеңдән һалым түләһәң генә.

Һалым суммаһы сикһеҙ түгел инде. Үтә ҡиммәтле фитнесҡа барырға уйлаһағыҙ, алдан әҙ генә математик иҫәпләүҙәр сығарығыҙ. Әгәр абонемент хаҡы 120 мең һумдан артһа, аҡсағыҙҙың һалым ҡайтармаһы булмаясаҡ. Иң ҙур вычет – 15,6 мең һум.
Үҙгәрештәрҙе 2020 йылда индермәкселәр.

Һалым тигәндән, уға түләнгән аҡсаны кире ҡайтарыу барыбер әҙерәк ҡыуандыра ул. Шәхсән үҙем ике тапҡыр аҡсамды кире алдым: ипотека проценттарынан һәм фатир хаҡының 13 процентын. Ҡасандыр минең кеҫәнән сыҡһа ла, ҡабаттан үҙемә ҡайтыуы күңелде күтәрҙе.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға