«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сибай балалары Ҡырымға ял итергә февраль-март айында барасаҡ



23.01.2019 Сибай балалары Ҡырымға ял итергә февраль-март айында барасаҡ

«Беренсе төркөм – 250 бала – 20 февралдә килә, ә икенсе төркөм 10 марттан ял итә, шулай уҡ 250 бала. Башҡортостанда беҙҙең Армянск ҡалаһындағы кеүек үк хәл булды. Эҙемтәләр ҙә шуға оҡшаш. Ярҙам күрһәтергә кәрәк», – тип белдергән «Ҡырыминформ»ға республика башлығы Сергей Аксёнов.


Балалар Евпаторияға һәм Көньяҡ ярға һауыҡтырыуға ебәрелә. Транспорт – Краснодарға тиклем поездарҙа, унан автобустарҙа – тулыһынса Башҡортостан Республикаһы иҫәбенә түләнә.

Шифахана-курорт дауалауына тәү сиратта санитар-һаҡлау зонаһына яҡын урынлашҡан биләмәлә йәшәгән һәм медицина күрһәтмәһе буйынса шифаханала дауаланыуға мохтаж балалар ебәрелә.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға