«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Арыҫлан вәғәҙә иткән видеояҙманы ҡарайыҡ



23.01.2019 Арыҫлан вәғәҙә иткән видеояҙманы ҡарайыҡ

Яңы йыл алдынан Сибай ҡалаһынан Арыҫлан Ҡәйепҡолов дәүләт башлығы Владимир Путин ултырып осҡан самолетҡа - Махсус осоу отрядына (СЛО) ҡараған Ил-96-300-гә экскурсия яһаны.

Арыҫлан Ҡәйепҡолов һирәк типтағы беренсел иммунодефицит менән сирләй. Үҫмер Ил-96-300 президент самолетында осоп ҡарарға һәм бының турала видео төшөрөргә хыяллана. Бының турала ул «Мечтай со мной» хәйриә проектына яҙып ебәргән.
Былтыр 5 декабрҙә «Арена-ЦСКА» комплексында Арыҫландың хаты ил башлығы ҡулына эләккән. Владимир Владимирович үҫмерҙең хыялын тормошҡа ашырырыға вәғәҙәләне.

Арыҫлан менән әсәһенә 1-се бортҡа экскурсия ойошторҙолар һәм уға видео төшөрөргә рөхсәт бирҙе.

«Был илдең иң серле самолеты, унда эләгеүем минең өсөн ҙур хөрмәт, — тине Арыҫлан экскурсиянан һуң. — Пилоттар кабинаһынан сағыу тәьҫорат алдым, унда һауа судноһы командиры креслоһына ултырып ҡараным һәм конференц-залды, оҙатып йөрөүселәр салонын күрҙем. Башҡа урындарҙа ла булдыҡ, ләкин уларҙы төшөрөргә ярамай. Был сер булып тора».



Арыҫландың әсәһе улы менән экскурсиянан һуң Владимир Путин менән телефондан һөйләште һәм дәүләт башлығына үҙе бәйләгән йылы шарфты нисек тапшырырға була икәнен һораны.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға