«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Репост эшлә лә Рәйлә Мәүлитованан емеш-еләкле гөлләмә от!



22.01.2019 Репост эшлә лә Рәйлә Мәүлитованан емеш-еләкле гөлләмә от!

Өфө ҡалаһында йәшәүсе Рәйлә Мәүлитова – йәш әсә. Әле өйҙә йәш ярымлыҡ Искәндәрҙе ҡарау менән мәж килә. Бер юлы күңел талабы ҡушҡан эш менән дә булыша, табыш та ала. Рәйлә ҡатын-ҡыҙҙарға керпек үҫтереп бирә, емеш-еләкле гөлләмә, кәрзиндәр яһай, туйҙарға аксессуарҙар эшләй.

Гәзитебеҙҙең "Бәйләнештә" селтәрендәге төркөмөндә Рәйлә Мәүлитованан емеш-еләкле гөлләмә оттороу конкурсы башланды. Ул ике аҙна дауамында барасаҡ.

Тулыраҡ мәғлүмәт:
https://vk.com/wall-35065816_30722





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға