«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сибай: табиптар иртәнсәктән кискәсә ҡабул итә



22.01.2019 Сибай: табиптар иртәнсәктән кискәсә ҡабул итә

25 ғинуарға тиклем Сибай ҡала дауаханаһында Өфөнән килгән табиптар урындағы халыҡты ҡабул итәсәк.

Балалар поликлиникаһында кардиолог, ЛОР-табип, аллерголог, гастроэнтеролог, пульмонолог, невролог, педиатр, балалар хирургы, медицина психологы эшләй. Яҙылырға телефон: 8 (34775) 5-04-40.

Өлкәндәрҙе кардиолог, ЛОР-табип, аллерголог, пульмонолог, токсиколог, офтальмолог, онколог, маммолог, онколог-проктолог, торакаль онколог, психотерапевт, профпатолог ҡабул итә. Яҙылырға телефон: 8 (34775) 5-04-45.
Ике поликлиникаға иртәнге сәғәт 8-ҙән киске сәғәт 5-кә тиклем яҙылырға мөмкин. Медиктар ялһыҙ, тәнәфесһеҙ эшләй.

Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында Республика перинаталь үҙәге белгестәре ҡабул итә. 8 (34775) 5-04-36 телефоны аша иртәнге сәғәт 8-ҙән киске сәғәт 6-ға тиклем яҙылып була. Шулай уҡ консультацияның регистратура аша сиратҡа торорға мөмкин.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"
Источник: bashinform.ru


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға