«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡотороҡҡа ҡаршы бушлай прививка эшләт!



21.01.2019 Ҡотороҡҡа ҡаршы бушлай прививка эшләт!

Башҡортостандың Ветеринария идаралығы үҙенең бар участкаларында һәм станцияларында йорт хайуандарына ҡотороҡ сиренә ҡаршы бушлай вакцина һала.

Процедура һәр шаршамбы һәм шәмбелә иртәнге сәғәт 10-дан төшкө сәғәт 1-гә тиклем яһала.

Һорауҙар менән ошо телефонға шылтыратығыҙ: 88007755828. Шулай уҡ район һәм ҡала ветстанцияларына мөрәжәғәт итергә була.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға