«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфө быйыл спортсы пенсионерҙарҙы ҡабул итәсәк



21.01.2019 Өфө быйыл спортсы пенсионерҙарҙы ҡабул итәсәк

Өфө быйыл спортсы пенсионерҙарҙы ҡабул итәсәк2019 йылдың авгусында баш ҡалала Рәсәй пенсионерҙарының VI Спартакиадаһы финалы уҙасаҡ. Илдең 70 төбәгенән 600-ҙән ашыу оло йәшле спортсы килеүе көтөлә. Шулай уҡ яҡындағы сит илдәрҙән дә ҡунаҡтар буласаҡ.


Инәй-олатайҙар өҫтәл теннисында, йөҙөүҙә, еңел атлетикала, комбинирланған эстафетала, атыуҙа, шахматтарҙа, дартста һәм ГТО номаларын тапшырыуҙа көс һынашасаҡ.

Бығаса бындай ярыш Чебокасары, Һарытау, Тула, Пенза һәм Новосибирскиҙә үтте.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға