«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һигеҙ бала тап та 600 мең һум ал



18.01.2019 Һигеҙ бала тап та 600 мең һум ал

Башҡортостанда һигеҙ бала тәрбиәләгән ғаиләләргә бер тапҡыр 600 мең һум күләмендә пособие түләнәсәк.

Былтыр ноябрҙә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары тарафынан “Башҡортостан Республикаһында күп балалы ғаиләләргә булышлыҡ итеү
тураһында”ғы законға үҙгәрештәр индерелгәйне. Ошо көндәрҙә БР Хөкүмәте президиумы ултырышында аҡсаны түләү тәртибе буйынса ҡарар ҡабул ителде.

Иҫәпләп сығарыуҙарынса, беҙҙең республикала 18 йәшкә тиклемге һигеҙ йә унан да күберәк бала тәрбиәләүсе ғаиләләр һаны 47-гә еткән. Әлеге 600 мең һумды түләү өсөн йылына 23,6 миллион һум аҡса бүленә.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға