«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Юлдар һаман ҡорбан көҫәй



18.01.2019 Юлдар һаман ҡорбан көҫәй

Учалы районының Илтабан ауылы янында кисә иртән "Газель" фургоны ҡаршы юл һыҙатына сығып, ВАЗ-2112 машинаһына бәрелә.

ВАЗ-дың водителе, Ҡобағош ауылынан 34 йәшлек Римма Ҡ. был бәрелеште булдырмау сараларын күрергә тырышһа ла, аяныс хәл уның ғүмерен өҙә. Уның менән бергә Учалы ҡалаһына китеп барған пассажирҙары, ир һәм ҡатын, әлеге ваҡытта дауаханала. Римманың 8 айлыҡ ҡына сабыйы әсәйһеҙ ҡалды. Туғандары һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Имен юлдарҙа йөрөгөҙ! Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға