«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сүп-сарыңды кем йыя?



18.01.2019 Сүп-сарыңды кем йыя?


Республикала ҡалдыҡтарҙы йыйыу операторҙары менән таныштырабыҙ

– “Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ” муниципаль унитар предприятиеһы Өфө ҡалаһы, Архангел, Балаҡатай, Благовар, Благовещен, Дыуан, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Кушнаренко, Мәсетле, Нуриман, Салауат, Өфө, Шишмә райондарын хеҙмәтләндерәсәк. Был ойошма тураһындағы мәғлүмәт менән sahufa.ru сайтында танышырға мөмкин, телефоны: 8-800-347-80-03.

– “Дүртөйлөмелиоводстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – Ағиҙел, Нефтекама, Межгорье ҡалаларын, Асҡын, Балтас, Бөрө, Борай, Дүртөйлө, Илеш, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Краснокама, Мишкә, Тәтешле, Яңауыл райондарын (dmsrb.ru, телефоны: 8-800-511-84-20);

– “Эко-сити” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – Күмертау, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡалаларын, Әбйәлил, Ауырғазы, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ғафури, Ейәнсура, Стәрлебаш, Йылайыр, Ишембай, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Миәкә, Стәрлетамаҡ, Учалы, Федоровка, Хәйбулла райондарын (ekoсityrb.ru, телефоны: 8-800-700-49-00);

– “Экология-Т” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Октябрьский ҡалаһын, Әлшәй, Баҡалы, Бәләбәй, Бишбүләк, Бүздәк, Дәүләкән, Йәрмәкәй, Туймазы, Саҡмағош, Шаран райондарын хеҙмәтләндерәсәк (eko-tko.ru, телефоны: 8-800-250-01-85).

Сүп-сар реформаһы буйынса тулыраҡ мәғлүмәтте БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының “ҡыҙыу линия”һына 8-347-218-03-90 телефоны буйынса шылтыратып белешә алаһығыҙ.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға