«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфөлә Ҡырым башлығы Дуҫлыҡ ордены кавалерына әйләнде



18.01.2019 Өфөлә Ҡырым башлығы Дуҫлыҡ ордены кавалерына әйләнде

Бөгөн Ҡырым Республикаһы Башлығы Сергей Аксеновҡа юғары награда тапшырылды. Бының туралағы указға беҙҙең башлыҡ Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.

Ҡырым делегацияһы Өфөгә кисә килде, бөгөн иһә эшлекле даирәләр осрашыуы үтте. Әле Башҡортостандың санатор-курорт учреждениеларын күрһәтеү бара, Ҡырымдың да туристик потенциалы менән танышыу үтә.

Ҡунаҡтарға шулай уҡ баш ҡаланың сәнәғәт һәм социаль объекттары ла күрһәтеләсәк.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Олег Яровиков
Источник: http://www.bashinform.ru


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға