«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Журналист Сергей Доренкоға бүләк тапшырғандар



18.01.2019 Журналист Сергей Доренкоға бүләк тапшырғандар

Башҡорт теленә арналған флешмоб һөҙөмтәләре буйынса Рәсәй журналисы Сергей Доренкоға махсус приз тапшырғандар. Ул юғары даирәләрҙә үткәрелгән бер сарала башҡортса телмәр тотҡан. Еңеүсе бүләккә төлкө бүрек алған. Уны кейеп, хәбәрсе фотоға төшөп Instagram cелтәрендә үҙенең тәьҫораттары менән дә бүлешкән.

« Миңә милли башҡорт бүлеген бүләк иттеләр. Үҙемде аяуһыҙ, әммә изге күңелле итеп тоям ошо мәлдә», - тип яҙған ул.

Билдәле булыуынса, Башҡортостанда Башҡорт теле көнөнә флешмоб ойошторғайнылар. Акцияның инициаторы - « Башинформ» агентлығының директорҙар советы рәйесе Ростислав Мырҙағолов. Башҡорт телендәге видеороликтар социаль селтәргә һалынды.Танылған йырсы Валерий Меладзе, спортсы Джеффф Монсон да төлкө бүрек менән бүләкләнде. Беренсе урынды уҡытыусы Гөлназ Йосопова менән Рәйес Ғәбитов алды.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға