«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ростовта матәм: Радий Хәбиров телеграмма аша ҡайғы уртаҡлашты



16.01.2019 Ростовта матәм: Радий Хәбиров телеграмма аша ҡайғы уртаҡлашты

БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ростов өлкәһе губернаторы Василий Голубев исеменә телеграмма ебәрҙе. Унда Радий Фәрит улы 14 ғинуарҙа Шахты ҡалаһында булған фажиғә менән бәйле ҡайғыны уртаҡлаша.

«От имени жителей Республики Башкортостан и от себя лично выражаю глубокие соболезнования семьям, родным и близким погибших в результате взрыва бытового газа в жилом доме в городе Шахты. Мы скорбим вместе со всеми жителями Ростовской области, разделяем боль невосполнимой утраты. Прошу передать наши слова сочувствия и поддержки всем, кого коснулась эта трагедия. Желаем скорейшего выздоровления пострадавшим», — тиелә унда.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: дүшәмбелә Шахты ҡалаһында күп ҡатлы йортта көнкүреш газы шартланы. Һигеҙенсе һәм туғыҙынсы ҡаттар ишелгән, 16 фатир зыян күргән. Биш кеше һәләк булған, етәүһен ҡотҡара алғандар. Бөгөн, 16 ғинуар Ростов өлкәһендә матәм көнө иғлан ителгән.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға