«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Телдәрҙе яҡлайһың, һаҡлайһың икән - грант ал!



16.01.2019 Телдәрҙе яҡлайһың, һаҡлайһың икән - грант ал!

Башҡортостанда республиканың дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән БР башлығы гранттарын алыуға ғаризалар ҡабул ителә.

Ярҙамдың дөйөм суммаһы — 74 миллион һум. Уға мәҙәниәт, мәғариф, фән, киң мәғлүмәт саралары, йәштәр сәйәсәте һәм спорт өлкәләрендә республиканың дәүләт һәм уның халыҡтары телдәрен, шулай уҡ төбәктән ситтә башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса эшмәкәрлек алып барған коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, дәүләт һәм муниципаль унитар предприятиелар дәғүә итә ала.

Конкурста ҡатнашыуға документтар пакеты 31 ғинуарға тиклем БР Мәҙәниәт министрлығының этномәҙәни үҫеш һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек бүлегендә иртәнге сәғәт 10-дан киске 5-кә тиклем ҡабул ителә. Адресы: Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 18, 12-се кабинет.

Грант положениеһы ошонда





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға