«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Ватс ап". Аралашыу әйбереме әллә сенсация сығанағымы?



16.01.2019 "Ватс ап". Аралашыу әйбереме әллә сенсация сығанағымы?

[b]Кисә бер таныш апай яҙа:
- Хоҙайым, ватсаптан бер таныш фотолар ебәргәс, астым да ҡараным. Ник ҡараным, тип ятам. Теге Учалылағы атылған кешеләрҙең фотолары . Кем һалғандыр ул интернетҡа. Ҡурҡыныс, ҡан... Юйып ырғыттым.


Ысынлап та, Учалылағы ҡот осҡос фажиғә ҡорбандарының фотоһын интернетҡа ҡуйған кешеләр нимә уйлай икән?
Тар күңеллелек, тием мин. Сенсация эҙләүме, нервыларҙы ҡытыҡлаумы, башҡаларҙың иҫен китәрергә теләүме - барыһы ла уҡмашҡан кеүек.

Шулай ҙа бындай фотоларҙы күпселек халыҡ ултырған социаль селтәрҙәргә ҡуйыр алдынан ныҡлап уйланайыҡсы, иптәштәр! Уларҙа үҙебеҙ йәки яҡындарыбыҙ булһа, нимә эшләр инек? Ошолайтып "ҡыуанып" башҡаларға ебәрер инекме? Тәфтишселәр генә "служебка"ла ҡулланған ундай фотоларҙың асыҡ интернетҡа килеп эләгеүе лә һорау тыуҙыра. Моғайын, был хәл менән хоҡуҡ һаҡлаусылар ҡыҙыҡһыныр, тип уйлайбыҙ.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға