«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Зарифты Өфөгә килтергәндәр



15.01.2019 Зарифты Өфөгә килтергәндәр

Учалы фажиғәһендә ауыр яраланған Зариф Хилажевты бер сәғәт элек Өфөгә, Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһына алып килделәр. Табиптар уның хәлен стабиль ауыр тип баһалай. Әле ул иҫендә.

Ир Учалы үҙәк район дауаханаһына яурыны, ҡул суғы, үпкәһе, диафрагмаһы, ашҡаҙаны йәрәхәтле көйөнсә килеп эләккән. Хирургтар һәм травматологтар 8 сәғәт дауамында операция яһаған.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға