«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сибай МФЦ-һында - Башҡортостандағы иң яҡшы "көтөү ваҡыты" күрһәткесе



15.01.2019 Сибай МФЦ-һында - Башҡортостандағы иң яҡшы "көтөү ваҡыты" күрһәткесе

Сибай ҡалаһына эш сәфәре мәлендә Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров урындағы "Минең документтар" Күп функциялы үҙәгенә инеп сыҡты.

Радий Фәрит улы "тәҙрә"ләргә көтөү ваҡыты менән ҡыҙыҡһынды. Учреждение етәксеһе белдереүенсә, бында 5 минут эсендә кәрәкле хеҙмәтте алып була. Был республикала иң яҡшы күрһәткестәрҙең береһе булып тора.

Сибай Күп функциялы үҙәге, ҡала халҡынан тыш, Баймаҡ һәм Әбйәлил кешеләрен дә хеҙмәтләндерә икән. Бында 21 "тәҙрә" бар, берәүһе бизнес категорияһында. Хеҙмәткәрҙәрҙең даими составы формалашҡан.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға