«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡортостанда йыл һайын "Евразия йөрәге" халыҡ-ара фестивале үтә



15.01.2019 Башҡортостанда йыл һайын "Евразия йөрәге" халыҡ-ара фестивале үтә

Төрлө йүнәлештәге сәнғәт төрҙәрен берләштергән байрам бер нисә көн дауамында асыҡ һауала бара. Унда Башҡортостан сәнғәт оҫталары менән бер рәттән Рәсәй, сит ил музыканттары ла сығыш яһай. Быйылғы фестивалдә билдәле яҡташтарыбыҙ Юрий Шевчук, Земфира саҡырылған. Шулай уҡ, Юрий Шатунов, Андрей Губин, йәш йырсы Рушана Вәлиеваның сығыш яһауҙары ихтимал.

-Башҡортостан Республикаһына 100 йыл тулыуына арналған концертта республиканан сыҡҡан билдәле йырсыларҙың бер сәхнәлә сығыш яһауы ҙур асыш булыр ине,- тип белдерә Премьер министр урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Линара Иванова.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға