«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Йәшел ҡунаҡты" оҙатайыҡ



15.01.2019 "Йәшел ҡунаҡты" оҙатайыҡ

Байрамдар тамам. Яңы йыл биҙәге булған шыршыларҙың инде кәрәге лә юҡ кеүек. Оҙаҡламай ҡала сүплектәре хуш еҫен юғалтып та өлгөрмәгән, йәшел ылыҫлы ағастарға туласаҡ.

Өфө халҡы иһә "йәшел ҡунаҡтарын" махсус эшкәртеүселәргә тапшыра ала. Бер яҡтан был экология өсөн файҙалы булһа, икенсе яҡтан улар ҡиммәтле бүләк отоу мөмкинлегенә эйә була. Төп приз- шифаханаға юллама!
19 һәм 20 ғинуарҙа, баш ҡаланың һәр районында, 10.00-17.00 сәғәттәрҙә пихта, ҡарағай, шыршы ағастары түбәндәге адрестар буйынса ҡабул ителәсәк.

Калинин районы:
- Гвардейской урамындағы сквер янында
- Баландин һәм Мушников урамдары киҫелешендә
- Машина эшләүселәр һарайы ҡаршыһында.

Октябрь районы
- Гагарин баҙары ҡаршыһында (Һупайлы биҫтәһе)
- Рихард Зорге урамының 44-се һанлы йорт янында.

Дим районы
- Магистральная урамының 2а һанлы йорттағы «Перекрёсток» магазины янында
- Дагестанская урамы 2-се һанлы йорт, «Магнит» магазины янында
- Якуб Колас урамы, 147-се һанды йорттағы, "Байрам" супермаркеты янында

Киров районы
- Рабкоров и Мөбәрәков урамдары киҫелешендә
- Караидельской и Сеченов урамдары киҫелешендә

Ленин районы
- Силикатная урамы, 20-се һанлы йорт.
- Әхмәтова урамындағы "Тулҡын" скверы ҡаршыһында.

Орджоникидзе районы
- "Төҙөүселәр" стадионы янында
- "Нефтяниктар" стадионы янында
- Ҡала мәҙәниәт һарайы янында

Совет районында иһә ылыҫлыларҙы көн һайын Менделеева урамы 158А адресы буйынса ("Аллая роз" ландшафт үҙәгендә көн һайын ҡабул итәләр.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға