«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рәсәй иң аҡыллы илдәр исемлегенә ингән



15.01.2019 Рәсәй иң аҡыллы илдәр исемлегенә ингән

Был исемлек халыҡтың уртаса IQ кимәле, мәктәп уҡыусылары өлгәше һәм Нобель премияһы лауреаттары һанына ҡарап нигеҙләнгән. Уны Vouchercloud порталы төҙөгән. 25 ил араһында беҙҙеке алтынсы урынды биләй.

Тәүге биш урын Япония, Швейцария, Ҡытай, АҠШ һәм Нидерландтарға эләккән. Әйткәндәй, Америкаға дүртенсе урын яулау өсөн Нобель премияһын алыусы лауреаттарҙың күп булыуы ярҙам иткән.

Көньяҡ Корея, Тайвань һәм Сингапур кеүек Көнсығыш Азия илдәре юғары интеллектлы халҡы һәм уҡымышлы йәштәре менән менән айырылып тора. Тик Нобель лауреаттары булмауы арҡаһында улар исемлектән төшөп ҡалған, баҡтиһәң.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға