«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Газ тоташтырыуға ярҙам бирәсәктәр



14.01.2019 Газ тоташтырыуға ярҙам бирәсәктәр

Шәхси йорттарҙы газға тоташтырыу сығымы субсидияланасаҡ.
Яңы проект өсөн төбәк йәки муниципаль бюджеттан аҡса бүленәсәк, тине БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Артем Ковшов.

Был документ шәхси йорттарҙың газ үткәргестәргә һүлпән тоташтырылыуы сәбәпле ҡабул ителгән. 2005 йылда «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Башҡортостанға газ үткәреү өсөн 3,8 миллиард һумдан ашыу аҡса тотонған, ләкин инвестиция үҙен аҡламаған. Бөгөн ҡасаба-ара газ үткәргестәрҙең тәьмин ителеше ни бары 20 процент. Тикшереүҙәр барышында бик күп йорт хужаһының газ селтәренә тоташыу мөмкинлеге булмауы асыҡланған. Республикала газға тоташыуҙың уртаса хаҡы — 125 мең һум. Был сумма барлыҡ граждандың хәленән килмәй. Шуға күрә газға мохтаж булған һәм артабан уның өсөн түләй алған айырым категория граждандарын субсидиялау ҡаралған. Әгәр ҙә был аҙым үҙен аҡлаһа, проект киләсәктә үҫешәсәк. Әйткәндәй, ошондай проект илдең бер - нисә төбәгендә уңышлы ҡулланыла.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға